Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Ноябрь 2020, 01:18

Викторҙың хыялы тормошҡа аша

Подольск ауылында йәшәгән Виктор Василенко ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса грант программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ҙур проектты тормошҡа ашыра башлаған.

Хәйбулла районының Подольск ауылында йәшәгән Виктор Василенко ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса грант программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ҙур проектты тормошҡа ашыра башлаған.
Былтыр фермер конкурсҡа һайлап алыу этабын уңышлы үтеп, ит йүнәлешендәге һыйыр малын үрсетеү өсөн малсылыҡ фермаһы төҙөү проектын яҡлаған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһы буйынса ул алты миллион һумлыҡ грант алған.
Проекттың дөйөм хаҡы 10 миллион һумға баһалана. Василенко ферма төҙөргә һәм тоҡомло мал һатып алырға ниәтләй. Ошо көндәрҙә ул Баҡалы районынан “аҡ башлы ҡаҙаҡ” тоҡомло 64 тана алған да инде. Улар өсөн йүнсел быйыл өс малсылыҡ аҙбары һалыуҙы планлаштыра.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: