Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Ноябрь 2020, 11:23

Һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып...

Предприятиела юл плитәләре етештереүҙе ҡулайлаштырмаҡсылар.

Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы хеҙмәт етештереүсәнлеген 48 процентҡа арттырырға ниәтләй.
Сентябрҙән предприятие Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамы менән һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индерә. Бында эште башҡарыу ваҡытын – 45, тамамланмаған етештереүҙе 53 процентҡа ҡыҫҡартырға ниәтләйҙәр. Ярты йыл эсендә компания Төбәк компетенциялар үҙәге ярҙамында хеҙмәт етештереүсәнлеген 48, артабан, үҙаллы эшләп, 265 процентҡа арттырыуҙы күҙаллай.
Предприятиела юл плитәләре етештереүҙе ҡулайлаштырмаҡсылар. Был – компанияның стратегик продукттарының береһе һәм ресурстарҙы күпләп талап иткән эш.
Әйткәндәй, әле Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында 87 предприятие ҡатнаша. Проект 2024 йылға илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелә.
Фото: mzjbk.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: