12 ноябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған онлайн-конференцияла Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе Алан Марзаев 2024 йылға М-5 «Урал» трассаһының 100 саҡрымдан ашыуы 4 һәм 6 һыҙатҡа тиклем киңәйтеләсәген һөйләне. Башҡортостанда уның дөйөм оҙонлоғо 307 саҡрым тәшкил итә, шуның 89 саҡрымы ғына талаптарға тап килә.