Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
12 Ноябрь 2020, 12:53

Апимондияның 47-се конгресы күсерелде, ул Өфөлә 2022 йылда ойошторола

/

«Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһы федерацияһының 47-се конгресының видеоконференция форматында уҙған ултырышында умартасылыҡ форумын 2022 йылға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был донъяла яңы коронавирус инфекцияһының таралыуы арҡаһында ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле.
Көҙгөһөн Апимондия етәкселеге башланғысы менән 80-гә яҡын илдең умартасылыҡ ассоциациялары вәкилдәре ингән ошо халыҡ-ара федерация ағзаларының фекере тыңланды. Умартасыларҙың күпселеге (өстән икенән ашыуы) конгресты уҙғарыу ваҡытын күсерергә кәрәклеген әйтте. 7 ноябрҙә Апимондияның башҡарма комитеты ултырышында Өфөлә 47-се конгресты һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен 2022 йылдың көҙөндә үткәреү тураһында ҡәтғи ҡарар ҡабул ителде.
Конгресты рәсми асыу тантанаһын «Өфө-Арена»ла ойоштороу күҙаллана. Сарала рәсми кешеләр сығыш яһай, мәҙәни һәм концерт программаһы була. 2022 йылда асыу сараһында биш меңләгән кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Конгресс-холда Генераль ассамблеяның ике ултырышы уҙғарыла, фәнни секцияларҙың эше ойошторола.
«АпиЭкспо» күргәҙмәһенә 250-гә яҡын экспонент ҡуйыла. Уны үткәреү өсөн еңел конструкцияларҙан дөйөм майҙаны 7 000 квадрат метрлыҡ биләмә төҙөлө. Ул Салауат Юлаев майҙанында урынлаштырыла.
Конгрестағы мөһим һорауҙарҙың береһе – ғилми өлөш. Кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге факторы булараҡ бал ҡорто Өфө конгресының төп темаһы булып тора.
Автор Азат Ғиззәтуллин.
https://www.bashinform.ru/bash/1520540/
Читайте нас: