Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Ноябрь 2020, 16:48

Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре тәбрикләнде

Район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте. Ишмырҙа Баймырҙин һәм Наил Дәүләтшинға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡарата район мәҙәниәт йортонда тантаналы сара үтте. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Вил Рәхмәтов хеҙмәтсәндәрҙе ҡотлап, йыл һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһаны.
Артабан ошо тармаҡта лайыҡлы хеҙмәте менән дан ҡаҙанғандар Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары, шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Хәйбулла ветеринария станцияһы начальнигы Ишмырҙа Баймырҙин һәм Ғәлин крәҫтиән(фермер) хужалығы механизаторы Наил Дәүләтшинға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеме бирелде. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: