Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Ноябрь 2020, 11:08

ЮЛ БУЙҘАРЫНДА – 1000 ЯҢЫ ОБЪЕКТ

/

Юл буйы хеҙмәтләндереүе – ҡунаҡсыл төбәк булараҡ республиканың йөҙөн билдәләүсе мөһим билдәләрҙең береһе. БР Хөкүмәте 2024 йылға тиклем 1000 яңы объект төҙөргә бурыс ҡуя. Был йүнәлеш республика өсөн өҫтөнлөклө булып тора һәм айырым күҙәтеүгә алынған, тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Юл буйы хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре буйынса үткән эшлекле кәңәшмәлә.
– Юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереүҙең генераль схемаһын булдырыу буйынса эштәр дауам итә, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. – Беренсе этапта муниципаль берәмектәр хакимиәттәре биргән 192 участканың 89-ын алдыҡ.
БР сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Азат Асҡаров юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә эшмәкәрлек өсөн республикала тыуҙырылған шарттар тураһында күберәк мәғлүмәт биреү кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.
Гөлшат Ҡунафина.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Yul-buy-arinda--1000-ya-i-obekt-536677/
Читайте нас: