Көрсөк мәлендә ниндәй тауарҙарға һорау арта? Интернет магазины асҡанда хаталарҙы нисек “урап үтергә”? Көйләүҙәр хаҡында ниҙәр белергә кәрәк? Магазиндың дизайны ниндәй буласаҡ? Тәьмин итеүселәрҙе ҡайҙан табырға һәм улар менән нисек мөғәмәлә итергә? Нимә ул онлайн касса, интернет-эквайринг? “iShopStart – интернет магазины булдырыу”онлайн-интенсивында ҡатнашып, ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге бар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Онлайн-интенсив 23 – 27 ноябрҙә 11.00 сәғәттән алып 13.00 сәғәткә тиклем барасаҡ.
“iShopStart – интернет магазины булдырыу” онлайн-интенсивын Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы “Эшлекле кешеләр союзы” йәмәғәт ойошмаһы һәм “Минең бизнесым” порталы менән берлектә ойоштора.
БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусылар биш көн эсендә интернет-магазин булдырыу һәм уны алып барыу нескәлектәрен үҙләштерәсәк.
Программа “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Internetta-magazin-asir-a-tel-sel-rg--t-l--e-u-iu-ar-536190/