Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
10 Ноябрь 2020, 10:59

"Ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк"

/

9 ноябрь Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республика Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышын үткәрҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев “Инцидент” системаһы аша килгән һорауҙарға бәйле хәл, халыҡты сифатлы эсәр һыу менән ышаныслы тәьмин итеү тураһында һөйләне.
"Һыу тәьминәтенә ҡағылышлы граждандарҙан 58 мөрәжәғәт булған, шуларҙың өстән бере буйынса мәсьәлә хәл ителгән, – тине министр. – Үткәргес торбалар ремонтланған, насостар алмаштырылған, яңы скважиналар бырауланған, һыу үткәргестәр һалынған. Ҡалған мөрәжәғәттәр буйынса эш алып барыла. Финанслау сығанаҡтарын эҙләйбеҙ".
Вице-премьер әйтеүенсә, дүрт йылға дөйөм финанслау күләме 1,6 миллиард һум күләмендә билдәләнгән. Аҡсаның төп өлөшө “Экология” милли проектына ярашлы сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә бүленә. Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында һыуҙы алмаштырыу станциялары төҙөү, селтәрҙәрҙең бер өлөшөн алмаштырыу күҙаллана.
"Таҙа һыу халыҡтың көндәлек йәшәү сифатын билдәләй, – тине Андрей Назаров. – Эштең күләмен иҫәпкә алғанда, федераль бюджет аҡсаһын әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк, ә бының өсөн программаларҙа ҡатнашыуға ғариза биреп өлгөрөргә кәрәк".
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/ariza-birep-lg-r-rg-k-r-k-536664/
Читайте нас: