Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Ноябрь 2020, 23:03

Ә һеҙ был хаҡта онотманығыҙмы?

Был бурысығыҙҙы декабргә ҡалдырмағыҙ. Юғиһә...

Илдә йәшәгән һәр кем, ниндәй матди хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, һалым түләргә бурыслы.

Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында һәммәбеҙҙең был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бынан тыш, башҡа кешенең дә икенсе кеше өсөн түләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә былар барыһы ла үҙ ваҡытында атҡа­рылырға тейеш.

Әгәр үрҙә әйтелгәндәр үтәлмәһә, һалым органдары тейешле һалымдарҙы түләттерә ала. Шуға быйыл 1 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға тейешле икәнлегебеҙҙе оноторға ярамай.
Фото: pikabu.ru
Автор: Айһылыу Низамов
Читайте нас: