Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Ноябрь 2020, 21:54

Өтәләнергә лә, һуҙылырға ла ярамай

/

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Көрсөккә ҡаршы штабтың йыйылыуы хаҡында хәбәр итте.
“Һуңғы тапҡыр йәйгеһен, иҡтисад бер аҙ тотороҡланған ваҡытта, йыйылғайныҡ. Ул ваҡытта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларының күп өлөшө уңышлы тормошҡа ашырылды. Бөгөн йәнә йыйылдыҡ. Коронавирус инфекцияһы таралыуына бәйле хәл ауыр һәм ул, һис шикһеҙ, иҡтисадта сағылыш табасаҡ. Тимәк, яҙ ҡабул ителгән ярҙам сараларына өсөнсөһөн дә өҫтәргә кәрәк. Бына ошо хаҡта фекер алыштыҡ. Төрлө етәкселәрҙе, эшҡыуарҙарҙы, белгестәрҙе тыңланыҡ. Хәҙер уларҙың асылына төшөнөргә кәрәк. Ҡул ҡаушырып ултыра торған ваҡыт түгел. Шуға, беренсенән, өтәләнергә, икенсенән, һуҙылырға ла ярамай”.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/t-l-nerg-l--u-ilir-a-la-yaramay-528917/
Читайте нас: