Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Ноябрь 2020, 21:31

ДӘҮЛӘТ ХЕҘМӘТТӘРЕ ПОРТАЛЫ АША ҺАЛЫМ БУРЫСТАРЫН ҠАРАРҒА МӨМКИН

/

Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында (www.gosuslugi.ru)ла һалым буйынса бурыстар хаҡында белергә мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар.
Унда ла граждандарға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы һәм уны ҡайһы суд приставының башҡарыуы хаҡындағы мәғлүмәтте табырға мөмкин.
Ҡайһы бер граждандар, мәҫәлән, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хаҡлы ялдағылар һәм башҡалар өлөшләтә йәки тулыһынса һалым түләүҙән азат ителгән.
Һәммәбеҙ түләргә тейешле һалымдар: физик шәхестәрҙең килеме өсөн һалым;
милек өсөн тотоп ҡалынған аҡса; таможня пошлинаһы; күсемһеҙ милек өсөн һалым;
ер өсөн һалым; транспорт һалымы; физик шәхестәрҙең мөлкәте өсөн һалым һәм башҡалар.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр түләргә тейешле һалымдар: өҫтәмә хаҡ өсөн һалым; предприятиеның килеме өсөн һалым; дәүләт пошлинаһы; ойошманың мөлкәте өсөн һалым; транспорт һалымы; ер өсөн һалым; реклама өсөн һалым һәм башҡалар.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/i-tisad/D-l-t-he-m-tt-re-portali-asha-alim-buristarin-arar-a-m-mkin-528466/
Читайте нас: