Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Ноябрь 2020, 15:13

Арзан хаҡҡа ял итергә теләһәң...

Башҡортостан буйлап турҙарҙы үҙаллы планлаштырырға теләгәндәр өсөн уңайлы сайт барлыҡҡа килде

Быйыл йәй “RUSSPASS” һанлы туристик платформаһы эш башланы. Уны Мәскәү Хөкүмәте илдең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән берлектә эшләгән. 2020 йылдың авгусында республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты Мәскәү ҡалаһының туризм буйынса комитеты менән “Мәскәү һанлы туристик платформаһы” ярҙамында туристик индустрияны үҫтереүгә йүнәлтелгән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
“RUSSPASS” ярҙамында Рәсәйҙең һәр ҡайһы төбәге өсөн маршрут төҙөргә мөмкин. Үҙегеҙгә оҡшағанын табыу өсөн тегтар менән файҙаланырға була. “RUSSPASS” сайтында Башҡортостандың туроператорҙарынан үҙенсәлекле маршруттар һәм тәҡдимдәр бар. Улар араһында, мәҫәлән, “Көньяҡ Урал йөрәгендә”, “Урал батырҙың алтын билбауы”, “Алтын Урал”, “Көньяҡ Уралдың тау һуҡмаҡтары: Башҡортостанда ҡаргиҙәр мажаралары”, “Ҡарлы Ҡыраҡа” ат-сана туры һәм башҡалар бар. Сайтта турҙың хаҡы, аңлатмаһы, аныҡ программаһы бар.
Әлегә система тест режимында эшләй. “RUSSPASS” сайтында бөтә маршруттар ҙа ҡуйылып бөтмәгән, платформа даими рәүештә тулыландырыла, яңыртыла һәм өҫтәлеп тора.
Платформа сәйәхәтте планлаштырыу өсөн бик уңайлы инструмент булып тора. “Бынан ары идеаль сәйәхәт эҙләп күп һанлы сайттар тикшереү кәрәкмәй. “RUSSPASS” сайтында һәр турист ҡыҙыҡлы һәм арзан сәйәхәт планлаштыра ала. Бынан тыш, төбәктең төп иҫтәлекле урындары, гастрономик үҙенсәлектәре, ташламалар, бонустар, файҙалы кәңәштәр, тәҡдимдәр табырға була”, – тиелә һанлы туристик платформаһы сайтында.
Платформа һәм турҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте “RUSSPASS” сайтында https://russpass.ru/ һылтанмаһы аша ҡарарға мөмкин.
Фото: drive2.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: