Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Ноябрь 2020, 23:10

Фәнүр Йәғәфәров медиахолдинг етәксеһе итеп тәғәйенләнде

*

Фәнүр Йәғәфәров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһын, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын берләштергән медиахолдинг етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Был ҡарар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Башинформ» акционер йәмғиәтен артабан үҫтереү тураһында» бойороғон үтәү өсөн ҡабул ителде.
3 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Баҙранов Фәнүр Йәғәфәровты республика баҫмалары мөхәррирҙәре менән таныштырҙы.
«Фәнүр Мөхәррәм улының дәүләт эшендә ҙур тәжрибәһе һәм дәүләт идаралығының барлыҡ кимәлдәре менән тура бәйләнештәре бар, был иһә мөһим мәғлүмәтте редакцияларға еткереү ваҡытын ҡыҫҡартыр», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Фәнүр Йәғәфәров 1974 йылдың 8 июлендә Мәләүез районы Хәсән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы телевидение студияһының мәғлүмәт программалары дикторы булып башлай.
1994-2004 йылдарҙа – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының мәғлүмәт программалары ижади берекмәһе мөхәррире, етәксеһе, мәғлүмәт программаларының төп редакцияһының сәйәси күҙәтеүсеһе.
2004-2008 йылдарҙа — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары.
2008-2010 йылдарҙа — «Башҡортостан» дәүләт телевидениеһының мәғлүмәт тапшырыуҙары хеҙмәте етәксеһе — директор урынбаҫары.
2010-2016 йылдарҙа — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары.
2016-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары.
2019-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Читайте нас: