Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Октябрь 2020, 11:01

“Монгол” тоҡомло мал Ирәндек буйын үҙ иткән

Төбәктә “Эш башлаусы фермер” республика маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Төбәктә “Эш башлаусы фермер” республика маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Баймырҙа ауылынан йәш эшҡыуар Дим Солтанов дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә һәм, үҙ хужалығын булдырып, ит йүнәлешендә мал үрсетергә хыяллана.

Бөгөн уның хужалығында 32 баш мал иҫәпләнә, Грант аҡсаһын уларҙы ишәйтеү маҡсатында, тағы ла йәш таналар алырға ниәтләнә. Бәләкәйҙән мал ҡарап үҫкән Дим мәктәпте тамамлағас, бер аҙ ситтә эшләй һәм үҙ эшен асырға була. Уның бар башланғысы әсәһе яғынан хуплау таба, кәрәк икән, ярҙам да итә.

Баймырҙа – ҡасандыр “преспек­тиваһыҙ” тигән мөһөр һуғылған ауылдарҙаң береһе, шуға күрә бында төпләнеп ҡалыусылар ҙа күп түгел. Әммә тәбиғәтенең матур­лығы һәм иркенлеге малсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн бигерәк ҡулай. Был төбәк өсөн бер аҙ ятыраҡ күренгән ҡап-ҡара төҫтәге “монгол” тоҡомло малҡайҙар Ирәндек буйын үҙ иткән. “Ни өсөн ит йүнәлешен һайланығыҙ?” тигән һорауыма “Сөнки уларҙың ите баҙарҙа ҙур һорау менән файҙалана” тигән яуап алдым.

Бөгөн сауҙа кәштәләрендә ниндәй генә ит юҡ! Уларҙың сифатлымы-түгелме, юҡмы, ҡайҙан килтерелгәне бер кемгә лә билдәһеҙ. Барыһы ла “яҡшы” тигән билдә менән сауҙа баҙарын яулай бара. Әммә яҡшылап тикшереү үтһә, уларҙың сит илдәрҙән килтерелгәне, һаулыҡ өсөн бик зыянлы булыуы иҫбат ителә, шуға күрә бөгөн күп кеше сифатлы иткә өҫтөнлөк бирә һәм уны баҙарҙан үҙе һатып алырға тырыша. Ҡара төҫтәге монгол тоҡомло малдың һөтө аҙ була, ите күп сыға. Был итте баҙарҙа “мәрмәр ит” тип тә йөрөтәләр.

Әле йәш фермер, был тоҡомдо ишәйтеп, мал һанын арттырыу теләге менән яна. “Әгәр ҙә хужалығымда мал күбәйеп, уны итләтә һатырға мөмкинлек тыуһа, хатта үҙҙәре үк ауылдан килеп тә аласаҡтар, сөнки бындай иткә, ысынлап та, ихтыяж ҙур. Һорау бар икән, уны алыусылар һәр саҡ табыла, шуға күрә әлегә мин малҡайҙарҙы мөмкин тиклем күбәйтеү яғындамын. Итте етештереү, унан нимәлер әҙерләп сығарыу теләге юҡ әлегә. Кем белә, бәлки, киләсәктә уныһын да уйларбыҙ”, – ти эшҡыуар.

Әйткәндәй, Күгиҙел ауылынан Ғәзиз Фәттәхов та “Эш башлаусы фермер” программаһында еңеп сыҡҡан һәм дәүләт ярҙамы алған. Йәш эшҡыуар ҙа ит йүнәлешендә махсуслашырға уйлай, грант аҡсаһына герофорд тоҡомло 20 баш тана алырға ниәтләнә.

Тимәк, тиҙҙән Баймаҡ баҙарына юл төшһә, сифатлы, тәмле ит һатып алығыҙ, һис тә икеләнмәгеҙ, рәхәтләнеп ауыҙ итегеҙ.
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: