Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Октябрь 2020, 12:13

“Башҡортостан йөрәге” – еңеүселәр иҫәбендә

Конкурс 16 июндә башланғайны. Финалға 36 төбәк командаһы сыҡты.

16 октябрҙә Стратегик башланғыстар агентлығының Рәсәйҙә туристик-рекреация кластерҙарын ойоштороу һәм экотуризмды үҫтереү буйынса беренсе Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтте. Мәғлүм булыуынса, сара 16 июндә башланғайны. Финалға 36 төбәк командаһы сыҡты.
17 еңеүсе араһында беҙҙең республика командаһы ла бар. Конкурс комиссияһы ағзаларының тауыш биреүе һәм Эксперт төркөмө баһаһы һөҙөмтәләренә ярашлы, “Башҡортостан йөрәге” туристик-рекреация кластеры ун еңеүсе иҫәбендә финалға сыҡты. Ул махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен һәм уларҙың эргәһендәге биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү нигеҙендә пилот кластерҙарын ойоштороу буйынса проекттарын тормошҡа ашыра ала.
Мәғлүм булыуынса, “Башҡортостан йөрәге” кластеры “Еҙем” тәбиғәт паркын, “Башҡортостан” милли паркын, “Торатау” геопаркын, шулай уҡ махсус һаҡланған ете тәбиғәт биләмәһен үҙ эсенә ала. Был кластер бай тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы, йыл әйләнәһенә эшләгән инфраструктураһы, урындағы, Рәсәй һәм халыҡ-ара әһәмиәттәге объекттарҙың күплеге, экстремаль спорт төрҙәре, тау саңғыһы спорты, спелеологияһы менән үҙенсәлекле. Әле уның биләмәһендә электр, элемтә, газ селтәре бар, проект командаһы юлды реконструкцияларға, экстрим-парк төҙөргә ниәтләй.
Еңеүселәр исемлеге менән конкурстың сайтында (https://priroda.life/) танышырға мөмкин. Бүләкләү тантанаһын түбәндәге һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: https://youtu.be/HiviJZFyD3M.
Фото: tourism.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: