Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Октябрь 2020, 12:08

ДҮРТ МИЛЛИОН ТОННАНАН АШТЫ!

/

Башҡортостанда иген йыйылып бөттө. Бөтәһе 4 миллион 11 мең тонна ашлыҡ һуғылған, был былтырғы менән сағыштырғанда 787 мең тоннаға күберәк.
Уңышлыҡ кимәле лә былтырғынан юғарыраҡ: быйыл гектарынан 22,8 центнер уңыш йыйылған (2019 йылда гектарынан 19,9 центнер ине). Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, уңыштың артыуы ашлама ҡулланыу, элита һәм суперэлита сортлы орлоҡтар сәсеүгә бәйле. Ағымдағы йылда 374 миллион һумлыҡ 20 мең тонна орлоҡ һатып алынған, былтырғыға ҡарағанда 33 процентҡа күберәк. Үҫештең тағы бер күрһәткесе – быға тиклем файҙаланылмаған баҫыуҙар эшкәртелгән һәм сәселгән.
Иген йыйылып бөтһә лә, баҫыуҙа эштәр әле тамамланмаған. Ауыл хужалығы предприятиелары шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алыуҙы дауам итә, майлы культуралар йыйып алына. Әле 794 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, уңышлыҡ гектарынан 372 центнер тәшкил итә. Көнбағыш 149 мең гектарҙан йыйылған, уртаса уңышлыҡ - 12,7 центенр.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/i-tisad/D-rt-million-tonnanan-ashti-500589/
Читайте нас в