Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Октябрь 2020, 22:47

Өфө – Рәсәйҙең абруйлы туристик премияһына лайыҡ булырлыҡ ун ҡалаһы иҫәбендә

*

Tvil.ru сервисын ҡулланыусылар фекере буйынса, Өфө Рәсәйҙең World Travel Awards абруйлы туристик премияһына лайыҡ булырлыҡ ун ҡалаһы иҫәбенә инде. Һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, туристарҙың күпселеге (40.26%) абруйлы премияны Санкт-Петербургҡа бирер ине. Икенсе урында – Ялта, 13.64%. «Бронза»ны Краснодар крайындағы йыл әйләнәһенә эшләгән курорт алды — Сочи, 11.04%. Шулай уҡ социаль селтәр ҡулланыусылары Ҡазан (10.39%), Севастополь (9.74%), Калининград (7.14%), Мәскәү (3.25%), Геленджик (3.25%), Владивосток (0.65%) һәм Өфө (0.65%) өсөн тауыш бирҙе.
Әле World Travel Awards сайтында премия конкурсының финал этабында тауыш биреү бара. Ул 25 октябргә хәтлем дауам итә. Һөҙөмтәләр 27 ноябрҙә онлайн-бүләкләүҙә билдәле була.
Читайте нас: