Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
9 Октябрь 2020, 11:13

Урал аръяғының баш ҡалаһы нисек йәшәй?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа эш сәфәрендә булды.

8 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибайҙа эш сәфәрендә булды. Ул ҡалалағы мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында ремонт эштәре барышы менән танышты, урындағы үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе, Республика көнөнә арналған тантанала ҡатнашты.
Андрей Назаров Сибайҙа иң элек 6-сы дөйөм белем биреү мәктәбен ҡарап сыҡты. 1953 йылда төҙөлгән бина капиталь төҙөкләндереүгә мохтаж. Премьер-министр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ҡала хакимиәте менән берлектә учреждениеның яңы заманса корпусын проектлау һәм төҙөү мәсьәләһен тикшереү бурысын йөкмәтте. Мәктәп ашханаһында төшкө аш ашағандан һуң ул, уҡыусыларҙың туҡланыу сифаты бөтә нормаларға тап килә, тип белдерҙе. Бынан тыш, Андрей Назаров Мәғариф һәм фән министрлығына уҡыусыларҙың эшсе һөнәрҙәргә әҙерлеге буйынса пилот проектын 6-сы мәктәптән башларға тәҡдим итте.
Артабан Премьер-министр Сибай концерт-театр берекмәһендә булды. 2015 йылдың көҙөндә янғындан зыян күргән бинала әле реконструкция бара. Уны йыл аҙағына тиклем тамамларға ҡушылды.
Андрей Назаров шулай уҡ капиталь ремонт планлаштырылған “Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһын ҡарап сыҡты. Бында Урал аръяғының “Киләсәк фабрикаһы” урынлашасаҡ.
– Өфөлә ошондай проект бик яҡшы тормошҡа ашырыла. Уны бөтә Башҡортостан буйынса таратырға ҡарар ителде. Республика Башлығы Баймаҡ районына сәфәрендә, ошондай уҡ эште Урал аръяғында ла башҡарабыҙ, тигән фекер әйткәйне. Сибай әүәл-әүәлдән Урал аръяғының баш ҡалаһы тип иҫәпләнә, шуға күрә был проект өсөн иң ҡулай биләмә ул, – тине Премьер-министр.
Сибайҙа Андрей Назаров заманса блоклы-модулле ҡаҙанлыҡ эшенә старт бирҙе. Ул ҡалалағы байтаҡ социаль объектты йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
Хөкүмәт Премьер-министры Сибайҙағы 9-сы лицей бинаһын ҡарап сыҡты. Ул “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә төҙөкләндерелә. Пандемияға бәйле сикләү саралары сәбәпле объектта ремонтты тамамлау ваҡыты кисектерелгән. Премьер-министр капиталь ремонт проектын ҡайтанан ҡарарға, ашхананы киңәйтергә, уңайлы бәҙрәф бүлмәләре төҙөргә ҡушты.
Ҡалала Андрей Назаров “Беҙҙең Башҡортостан: үткәндәр аша киләсәккә” акцияһы нигеҙендә ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: