Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
6 Октябрь 2020, 19:22

Башҡортостан һәм «Башнефть» араһында Өфө нефть эшкәртеү заводын яңыртыу тураһында инвестиция килешеүе төҙөлдө

*

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө нефть эшкәртеү комплексының эше менән танышты. «Башнефт»тең генераль директоры Хәсән Татриев компанияның етештереү эшмәкәрлеге һәм инвестиция проекттары хаҡында һөйләне.
Бөгөн республика һәм нефть компанияһы араһында «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалында — «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы»нда элементар көкөрт етештереү ҡулайламаһының резерв технологик линияһын төҙөү буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Объектты сафҡа индереү көкөрт һәм башҡа зарарлы матдәләр аҙ булған Евро-5 һәм Евро-6 юғары сифатлы мотор яғыулығын сығарыу һөҙөмтәһендә «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы» филиалының етештереү ҡулайламаларында барлыҡҡа килгән көкөртлө-водородлы газды үтилләштереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирергә тейеш. Был иһә нефть эшкәртеү комплексының етештереү ҡулайламаларының һауаға кире йоғонтоһон кәметә.
Инвестиция килешеүе шарттары буйынса, «Башнефть» проектты финансларға һәм яңы производствола өҫтәмә эш урындары булдырырға бурыслы. Технологик линия төҙөлөшөн 2023 йылдың майында тамамлау планлаштырыла.
«Тәжрибә күрһәтеүенсә, Башҡортостан хөкүмәтенең һәм «Башнефт»тең беҙ һайлаған үҙ-ара эш итеү формаһы һөҙөмтәле булып тора. Шуға ла киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ. Иҡтисади хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, «Башнефть» үҙенең инвестиция программаһын туҡтатмай, ә киреһенсә, уны 10 проценттан ашыуға арттыра, шуның өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
автор:Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас в