Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Сентябрь 2020, 10:36

Башҡортостанға балалар баҡсалары төҙөү өсөн Рәсәй бюджетынан өҫтәмә субсидиялар бүленә

/

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаларға өҫтәмә урындар булдырыу өсөн төбәктәргә субсидия бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. «Башҡортостанға, Красноярск һәм Ставрополь крайҙарына, Силәбе өлкәһенә 700 миллион һум бирелә. Шулар иҫәбенә балалар баҡсаларында меңгә яҡын яңы урын булдырыла», — тип билдәләне Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә.
Шулай уҡ хөкүмәт ишле ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү – уларға өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ аҡса биреү өсөн төбәктәргә субсидияларҙы яңынан бүлде. Рәсәйҙең 36 төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан ошо маҡсатта 2,5 миллиард һумдан ашыу алырға тейеш.
Шул аҡсаны иҫәпкә алып, быйыл федераль бюджеттан бындай сығымдарҙы берлектә финанслау өсөн бөтәһе 50 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә, тип белдерҙе премьер-министр.
«Демография» милли проекты сиктәрендә 2020 йылда Башҡортостанда 3 900 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы төҙөлә. Рәсәй һәм республика бюджеттарына бүленгән аҡсаның дөйөм суммаһы 3,7 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1497096/
Читайте нас: