2020 йылда Башҡортостанға өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә пособие түләү өсөн өҫтәмә бюджет траншы бирелә. 11 сентябрҙә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин түләү өсөн йәнә 1,73 миллиард һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта йәкшәмбе хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте
хәбәр итте.