Башҡортостанда өлкән йәштәге граждандарға капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсацияны 2022 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға йыйыналар. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары законға тейешле төҙәтмәләр индерергә планлаштыра. Норма 2016 йылда тәжрибә рәүешендә бер йылға индерелгәйне, аҙаҡ уны тағы өс йылға оҙайттылар.
«Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай льгота өлкән йәштәгеләргә һиҙелерлек ярҙам булды. Бынан тыш, мәҫәлән, һикһәнде уҙған кешенән капиталь ремонт өсөн аҡса алыу дөрөҫ булмаҫ ине. Шуға күрә беҙ ошо льготаны оҙайтырға ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Льготаға яңғыҙ йәшәгән эшләмәгән милекселәр йәки бергә йәшәгән эшләмәгән граждандарҙан торған ғаилә составында йәшәгәндәр, эшләмәгән I һәм II төркөм инвалидтары хоҡуҡлы. Етмеш йәшкә еткән граждандарға льгота — 50 процент, 80 йәшкә еткәндәргә 100 процент күләмендә бирелә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1490358/