SRG Group рейтингына ярашлы, Өфө икенсел күсемһеҙ баҙарындағы иң ҡиммәтле торлаҡ менән тәүге биш миллионлы ҡала иҫәбенә инде, тип яҙа «Коммерсант-Башҡортостан». Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсел торлаҡтың бер квадрат метры уртаса 68,3 мең һум тора.
Әҙер торлаҡҡа хаҡтар буйынса Рәсәйҙә иң ҡиммәтле ҡалалар – Мәскәү (бер квадрат метры 218 мең һум), артабан Санкт-Петербург (123,5 мең), Ҡазан (79,6 мең), Екатеринбург (71,2 мең).
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1489879/