Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2020, 11:15

Көньяҡ төбәк нисек үҫешә?

*

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе сәнәғәт предприятиеларының үҫеш мөмкинлектәрен тикшерҙе, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса пландар менән танышты, бер нисә тармаҡ буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Республика етәксеһенән – юғары баһа

Көйөргәҙе районында Радий Хәбиров “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Бында быраулаусы ҡорамал һәм махсус техника өсөн запас частар етештерелә, уларҙы ремонтлау, хеҙмәтләндереү үткәрелә, шулай уҡ вахтасылар өсөн мобиль тораҡ конструкциялар йыйыла. Директор Зиннур Исхаҡов белдереүенсә, коронавирусҡа бәйле көрсөк сәбәпле йәмғиәттең эшмәкәрлеге бер аҙ һүлпәнәйгән, шулай ҙа дауам итә. Быйыл сентябрҙә Өфөлә үтәсәк “Газ. Нефть. Технологиялар-2020” форумында улар үҙҙәренең яңы конструкцияларын күрһәтмәксе.

“Газпром” предприятиеһы Көйөргәҙе районында ер аҫтында газ һаҡлау комп­лексын төҙөкләндереү һәм киңәйтеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Быйыл объектта иң ҙур газ пунктын – СП-1-ҙе – төҙөп бөтөргә йыйыналар.

Радий Хәбиров предприятиеның майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты. Ул технологик процестарҙың юғары кимәлдә автоматлаштырылғанын билдәләне.

Күмертау ҡалаһында Радий Хәбиров бер урамдағы ете йорттоң дөйөм ихатаһында булды. Бында меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ муниципалитет менән берлектә “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса төҙөклән­дереү проекты әҙерләп, заявка биргән. Төҙөкләндереүҙе подъездар ремонты менән бергә алып барырға планлаштыралар.

Төбәк етәксеһе ихатаны 2021 йылға төҙөкләндереү планына индерергә һәм кәрәкле аҡса бүлергә ҡушты.
Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылындағы урта мәктәпте 1968 йылда уҡ төҙөгәндәр, һәм ул ремонт талап иткән. Быйыл ғинуарҙа эш сәфәре менән ошонда булғанда Башҡортостан Башлығы уны яңыртыу өсөн аҡса табырға ҡушҡайны. Мәктәп директоры Айгөл Йосопова белдереүенсә, эштәр майҙа башланған.

Мәктәп уҡытыусыларының һорауы буйынса, Радий Хәбиров өҫтәмә аҡса табып, мәктәптең тирә-яғын төҙөклән­дерергә һәм тышҡы инженер селтәрҙәрен ремонтларға ҡушты.

Башҡортостан Башлығына күрше Керәүле-Илюшкин ауылы кешеләре мөрәжәғәт итте: уларҙың мәктәбе лә капиталь ремонт талап итә икән.

Башҡортостанда үтә еңел авиация үҫешерме?

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйлап эш сәфәре барышында Радий Хәбиров төбәктә үтә еңел авиация һәм парашют спортын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Уның алдынан республика етәксеһе “Ротор” тәжрибә-конструктор бюроһы коллективы эшләп сығарған осоусы аппараттар өлгөләре менән танышты.

“Ротор” тәжрибә-конструктор бюроһы етәксеһе Виктор Хрибков:
– Беҙҙең машиналарҙың үҙенсәлеге шунда: улар ябай һәм ышаныслы. Бөгөн күрһәтелгән моделдәрҙән тыш, электр вертолеты проекты ла бар. Мәсьәләне уңышлы хәл иткән осраҡта, беҙ бер йыл эсендә осоусы техника төҙөргә әҙербеҙ, – тине.

Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән башланғыстарҙы хупланы, Хөкү­мәткә предприятиеның мөлкәт һәм юридик мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ Башҡортос­танда парашют спортын үҫтереү концепцияһын әҙерләргә тәҡдим итте.

“Был проектты мотлаҡ тормошҡа ашырырға тейешбеҙ”

Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында күсмә “Сәнәғәт сәғәте” кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика иҡтисадында тәбиғи газды файҙаланыуҙы киңәйтеү мәсьәләләре ҡаралды. Кәңәшмәне асып, төбәк етәксеһе Башҡортостандың газ тармағы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

“Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов республикала уңышлы эшләгән “Газпром Башҡортос­танда” ассоциацияһы тураһында һөйләне.

Республикала газ транспорты сис­темаһының ышаныслы эшләүен тәьмин итеү өсөн предприятие планға ярашлы төҙөкләндереү, капиталь ремонт һәм технологик процестарҙы автоматлаштырыу эшен даими алып бара. Бында Ҡансура-Муса комплексында урын­лашҡан ер аҫтындағы газ һаҡлағысты яңыртыу ҙа инә.

Радий Хәбиров та Башҡортостан менән “Газпром” араһындағы хеҙмәт­тәшлек буйынса даими эшләгән комиссия булдырырға тәҡдим итте.

Зәңгәр яғыулыҡты файҙаланыуҙың һөҙөмтәле альтернативаларының бе­реһе булып “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы базаһында газды тәрән эшкәртеү буйынса кластер тороуы ихтимал.

“Газпром нефтехим Салауат” йәм­ғиәтенең генераль директоры Айрат Кәримов белдереүенсә, комплексты урынлаштырыу өсөн иң уңайлы биләмә предприятие янында буласаҡ. Һәм ул уны “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе составына индереү мөмкинлеген ҡарауҙы тәҡдим итте.

“Салауат” индустрия паркының инвестициялар буйынса директоры Алексей Балянов кластер сиктәрендә “Газпром нефтехим Салауат” сеймалы ағымдары нигеҙендә юғары технологиялы нефть химияһы етештереүе спектры булдырыу мөмкинлеге тураһында һөй­ләне. Был предприятиеларҙы “Алға” махсус иҡтисади биләмәһенә индереү кәрәк тигән фекер әйтелде.

Радий Хәбиров был мәсьәләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдиновҡа өйрәнергә ҡушты:
– Республика киләсәктә конкурент­лыҡҡа һәләтле төбәк булғыһы килһә, был йүнәлеште әүҙем үҫтерергә тейеш. Беҙ­ҙә эшкәртеү өсөн етерлек кимәлдә газ бар. Был өҫтөнлөгөбөҙ була тороп, проектты мотлаҡ тормошҡа ашырырға тейешбеҙ.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: