Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2020, 10:46

Әүҙемдәр, һеҙҙең өсөн!

"Тәҡдим ителгән һәр идеяны төплө өйрәнәсәкбеҙ. Ғаризалар 10 сентябргә тиклем генә ҡабул ителә".

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡтар менән бүлешкән.
Белдереүенсә, октябрҙә Сочи ҡалаһында “Яңы заман өсөн ҡеүәтле идеялар” форумы үтәсәк. Ойоштороусылары – Стратегик инициативалар агентлығы һәм Росконгресс фонды.
Сараның төп маҡсаты – илдең иҡтисадына һәм социаль өлкәне яңыртыуға этәргес биреүгә һәләтле, идеялы, инициативалы кешеләрҙең берләшмәһен булдырыу. Форумда тап ошо хаҡта һүҙ барасаҡ. Алдынғы фекерҙәрҙе иһә аҙаҡ аныҡ проекттарға әйләндереү мөмкинлеге биреләсәк.
“Илдең һәм төбәктең үҫеше өсөн нимәлер тәҡдим итергә теләгән кешеләр әле үк idea.asi.ru. крауд-платформаһында берләшә. Сайтҡа илдең иҡтисадын, ижтимағи һәм технологик йүнәлештәрен яңыртыуға йүнәлтелгән 65 меңдән ашыу тәҡдим ҡуйылған да.
Унда барыһы ла бик ябай. Тәүҙә теркәлергә кәрәк, унан “йүнәлештәр” бүлегендә ҡыҙыҡһындырған теманы һайлау зарур. Идеяғыҙҙы һүрәтләү өсөн төрлө тематик бүлектәргә баҫығыҙ. Унан фекерҙәрегеҙҙе теҙегеҙ, хәүефтәрҙе лә иҫәпкә алығыҙ. Һәр кем сикһеҙ күләмдәге идеялар менән бүлешә ала. Әлбиттә, күберәк мәғлүмәтте https://idea.asi.ru/ сайтында алырға мөмкин.
Әгәр ҙә илдә һәм республикала тормош сифатын күтәрерлек перспективалы идеяларығыҙ бар икән, тартынмағыҙ, ошо сайтта тәҡдим итегеҙ.
Иң шәп 100 идеяның һәм проекттың авторҙары уларҙы тиҙҙән Сочи ҡалаһында буласаҡ форумда ил етәкселегенә, федераль һәм халыҡ-ара эксперттарға күрһәтәсәк. Башланғыстар хит-парады ҡатнашыусылары араһында беҙҙең республика вәкилдәре лә булыр тип өмөтләнәм. Шул уҡ ваҡытта улар еңеүселәр рәтенә эләкмәһә лә, беҙ төбәктән тәҡдим ителгән һәр идеяны төплө өйрәнәсәкбеҙ. Ғаризалар 10 сентябргә тиклем генә ҡабул ителә. Шуға күрә әүҙем һәм битараф булмаған граждандарҙы проектта ҡатнашырға саҡырам”, - тип яҙған Андрей Назаров шәхси сәхифәһендә.
Фото: upinfo.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: