Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2020, 10:53

Егеттәргә уңыштар теләйек!

Башҡортостандан алты вәкил “Рәсәй лидерҙары-2020” конкурсының суперфиналында ҡатнаша.

6-7 сентябрҙә Мәскәү ҡалаһы янында урынлашҡан Солнечногорскиҙағы “Сенеж” идаралыҡ оҫтахаһы майҙансығында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы флагман проектының “Рәсәй лидерҙары-2020” конкурсы суперфиналы уҙа.
Төбәк ярымфинал һөҙөмтәләре буйынса, 270 ҡатнашыусы суперфиналға саҡырыу алды, ә “Һаулыҡ һаҡлау”, “Фән” һәм “Финанс һәм технологиялар” махсуслаштырылған ярымфинал һөҙөмтәләре буйынса һәр тректан - унышар кеше. Шулай итеп, сентябрҙә көтөлгән сарала Рәсәйҙең 54 төбәгенән барлығы 300 конкурсант ҡатнашасаҡ, Украина һәм Белорусиянан - икешәр.
Ике көн дауамында конкурсанттар үҙҙәренең лидерлыҡ сифаттарын күрһәтәсәк, төрлө сараларҙа көс һынашасаҡ, һөҙөмтәлә проекттың 100 еңеүсеһе билдәләнәсәк.
Ҡатнашыусылар иң күп саҡырылған төбәктәр араһында тәүге унау исемлегенә түбәндәгеләр ингән: Мәскәү – 62, Санкт-Петербург – 31, Свердловск өлкәһе – 14, Ставрополь крайы – 14, Краснодар крайы – 11, Новосибирск өлкәһе – 10, Приморье крайы һәм Ростов өлкәһе – 9-ар, Силәбе һәм Мәскәү өлкәләре, Дағстан һәм Татарстан республикалары – 7-шәр, Хабаровск крайы, Амур һәм Томск өлкәләре, Красноярск крайы, Төмән өлкәһе һәм Башҡортостандан – 6-шар.
Волга буйы федераль округындағы 11 төбәктән 33 суперфиналсы ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостандан алты конкурсант:
  1. Арсен Зөфәр улы Әйүпов (Өфө), РЕ Төркөмө компаниялары төркөмө, идарасы партнер;
  2. Тимур Рәсим улы Зәйнуллин (Өфө), “Квантум” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, директор;
  3. Азат Рафаил улы Иҫәнғолов (Өфө), Цифроград Өфө, директор;
  4. Рөстәм Ағзам улы Кантюков (Өфө), БКС Банк (Мәскәү), Операцион үҫеш һәм һанлы трансформация департаменты етәксеһе;
  5. Рәмил Наил улы Моталлапов (Стәрлетамаҡ), “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, проекттар етәксеһе;
  6. Николай Александрович Поподько (Өфө), “АК БАРС БАНК” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, төбәк үҙәк етәксеһе.
  7. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 22 майындағы Указына ярашлы булдырыла. Төп маҡсаттары: социаль мобиллекте күтәреү, граждандарҙың шәхси һәм һөнәри һәләттәрен күрһәтеү, шулай уҡ Рәсәйҙә һөҙөмтәле социаль лифттар булдырыу.
    Фото: “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы сайты.
    Автор: Рәмилә Мусина
    Читайте нас: