Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2020, 11:20

Башҡортостанға – 7,5 миллион һум!

“Таврида” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең төбәк арт-резиденциялары проекттарын яҡлау конкурсы булды.

28 августа “Таврида” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең төбәк арт-резиденциялары проекттарын яҡлау конкурсы булды.
Ул ике этапта уҙҙы. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ белгестәре, шулай уҡ саҡырылған эксперттар алдында онлайн-трансляция режимында сығыш яһау ойошторолдо.
Конкурста илдең 14 төбәге ҡатнашты, шуларҙың бишеһе грант алыуға өлгәште. Улар араһында Башҡортостан да бар. Отҡан грант аҡсалары (7,5 миллион һум) төбәктә ижади киңлектәрҙе үҫтереүгә тотоноласаҡ.
Республикабыҙ командаһы әҙерләгән проектты урындағы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тәҡдим итте, сығышының һуңында ул ҡумыҙҙа ла уйнап ишеттерҙе.
“Арт-Квадрат” ҡала үҙәге майҙансығында “Урам театры һәм башҡарыу сәнғәтендә махсуслашҡан мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереү үҙәге” тигән проектҡа өс йүнәлеш индерелгән: “Арт-Академияһы” уҙғарыу, “Matur” multi-лабораторияһы булдырыу һәм “Арт-Квадрат” мобиль ҡушымтаһы эшләү.
“Арт резиденция” – Өфөнөң ижади йәштәрен йыйған майҙансыҡ. Баш ҡалала үҙәк урам театр һәм башҡарыу сәнғәтендә махсуслашҡан буласаҡ, был киләсәктә Өфөгә төбәк-ара кимәлгә сығырға, талантлы һәм креатив йәштәрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әйләнергә ярҙам итәсәк”, - тип билдәләй арт-резиденция авторҙарының береһе Вито Сабиров.
Фото: “Башинформ".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: