Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Август 2020, 10:48

"Ауыл ипотекаһы" ни өсөн йәнләнә?

Ташламалы 6,5 процент буйынса республикала 7 миллиард һумға яҡын суммала 3 336 кредит бирелгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин һәм Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров алып барҙы.
Кәңәшмәнең темаһы – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттарының, шулай уҡ халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының үтәлеше.
"Төҙөлөш тармағының иҡтисади үҫеш драйверына әүерелеренә ышанам. Дөйөм алғанда, Волга буйы федераль округы төбәктәре яҡшы эшләй. Уларҙың торлаҡ үҫешенә бәйле күрһәткестәре Рәсәй буйынса дөйөм һандарҙан юғарыраҡ, – тине Марат Хөснуллин. – Округта “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының үтәлеше иң яҡшыларҙан. Бында юл эштәренең башҡарылыу проценты – 71,4, ә Рәсәй буйынса – 67,4".
Игорь Комаров билдәләүенсә, бөгөн Волга буйы федераль округы төбәктәре COVID-19 таралыуы сәбәпле барлыҡҡа килгән кире күренештәрҙе еңә бара. Төҙөлөш тармағы ла аҡрынлап йәнләнә.
"Беҙ проекттар һәм финанс тәьминәте буйынса маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ, – тине Игорь Комаров. – Бюрократиянан ҡотолоу йәһәтенән етди эш алып барыла. Кешеләр уңайлы торлаҡҡа эйә була алһын, сифатлы юлдарҙан, инфраструктуранан файҙаланһын өсөн төҙөлөш тармағындағы йылдамлыҡты тағы ла арттырырға кәрәк".
Радий Хәбиров үҙ сығышында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының Башҡортостанда нисек үтәлеше тураһында һөйләне һәм ошо мәсьәләгә бәйле проблемаларға туҡталды. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙҙә төҙөлөш буйынса ыңғай үҫеш күҙәтелә. 2020 йылдың ете айында төбәктә 1,2 миллион квадрат метр майҙанлыҡ торлаҡ төҙөлгән – былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда, 6,2 процентҡа күберәк.
"Быйыл беҙҙең алда етди бурыстар тора. Беҙ уларҙы үтәргә әҙер", – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе билдәләүенсә, коронавирус пандемияһы сәбәпле, халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге аҙайҙы. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡабул иткән ҡарарҙар нигеҙендә, Башҡортостанда ипотека кредиты күләме артыуын дауам итә. Ташламалы 6,5 процент буйынса республикала ете миллиард һумға яҡын суммала 3 336 кредит бирелгән. Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостан "Ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса илдә алдынғы урынды биләне: 1 447 кеше ташламалы кредит алды. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа беҙгә "Стимул” федераль программаһы ла ярҙам итә. Маҡсаты – яңы биҫтәләрҙә юлдар, инженерлыҡ селтәрҙәре, социаль объекттар төҙөүгә аҡса бүлеү иҫәбенә торлаҡ һалыуға ярҙам итеү. 2020 йылда республика уның буйынса 450 миллион һум аҡса алды. Программаға ярашлы, Өфөлә, Нефтекамала юл һалыу тамамлана, шулай уҡ Өфө районының Булгаков ҡасабаһында 825 урынлыҡ мәктәп һалына.
"Беҙ хәҙер ҙур биләмәне – Өфөнөң Ағиҙел аръяғы үҙенсәлектәрен өйрәнәбеҙ, унда 13 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Республика бюджеты иҫәбенә электр, газ селтәрҙәре үткәрҙек, төп юл магистралдәре булдырылды, хәҙер һыу тәьминәте мәсьәләләре хәл ителә".
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин төбәктәргә һыу тәьминәте мәсьәләһен дәүләт-хосуси хеҙмәттәшлек йәки концессия килешеүҙәренә ярашлы хәл итергә тәҡдим итте. Юғиһә бөтә ил кимәлендә был ҡаҙна өсөн ҙур көсөргәнеш тыуҙырасаҡ.
Радий Хәбиров Башҡортостандың 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авария хәлендә тип табылған һәм йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү буйынса федераль программаны 2022 йылда ваҡытынан алда үтәргә йыйыныуҙары тураһында әйтте. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтенең ошондай авария хәлендә тип табылған һәм әлеге программаға инмәгән йорттар буйынса артабан да ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеүе мөһим.
"Беҙ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлаған ДОМ.РФ фондына һәм шәхсән Һеҙгә, Марат Шакирйән улы, айырым рәхмәт белдерәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – ДОМ.РФ системалы эшләп алып китте. Һеҙҙең туранан-тура ярҙамығыҙ менән республикаға федераль аҡса килә башланы. Ете айҙа Башҡортостанда 660 кеше торлаҡ алды, тағы ла 242 гражданға аҡса ҡайтарылды".
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Башҡортостандың төҙөлөш тармағына ыңғай баһа бирҙе һәм уның артабан да тотороҡло үҫешеренә ышаныс белдерҙе.
Фото: glavarb.ru
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: