Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Август 2020, 22:03

Бер меңгә яҡын өҫтәмә эш урыны булдыралар

Бөгөн республика Хөкүмәтендә сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы буйынса Эксперт советының тәүге ултырышы үткәрелде.

Бөгөн республика Хөкүмәтендә сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы буйынса Эксперт советының тәүге ултырышы үткәрелде. Уны Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары-Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, Эксперт советы рәйесе Илшат Тажетдинов алып барҙы.
Ултырышта ике ҙур резиденттың – “М Синтез” һәм Аркада” компанияларының ошо зона эшмәкәрлегендә ҡатнашыу буйынса бизнес-пландары ҡаралды. “М Синтез” Рәсәйҙең нефть эшкәртеү сәнәғәте өсөн заманса юғары сифатлы присадкалар етештерергә уйлай. Уларҙың үҙҡиммәте түбән буласаҡ тип вәғәҙә итәләр. Компания директоры Алексей Баляновтың докладынан күренеүенсә, инвестиция күләме 5,5 миллиард һум тәшкил итәсәк, 100-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыла.
“Аркада”ның маҡсаты – “Башҡортостан Республикаһында эш кейеме етештереү буйынса автоматлаштырылған тегеү фабрикаһы төҙөү” тигән проектты тормошҡа ашырыу. Был фабрика йылына 500 мең дана продукция етештерергә һәләтле, унда 800-ҙән ашыу өҫтәмә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Эш кейемдәренең ул мең төрҙән ашыуын етештерә ала һәм, кәрәк булғанда, ҡеүәттәрҙе баҙар ихтыяжына ярашлы тиҙ генә үҙгәртеп ҡороп буласаҡ.
– Был продукцияға ихтыяж бик ҙур һәм фабрика табышлы эшләйәсәк тип уйлайым, – тине үҙенең сығышында “Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы” йәмғиәтенең генераль директоры Раил Сарбаев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Рәсәй Хөкүмәтенең быйылғы 27 майҙағы ҡарары менән булдырылды һәм ул Ишембай, Стәрлетамаҡ биләмәләрендә урынлашҡан. Ул инвестициялар йәлеп итеү, яңы технологиялар буйынса эшләү һәм өҫтәмә хеҙмәт урындары барлыҡҡа килтереү маҡсатын ҡуя.
Автор фотоһы.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: