Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Август 2020, 13:34

БУРЫСЫ БУЛҒАНДАРҒА ТҮЛӘНМӘЙ

.

Гульдар Кинзябаева

Был социаль түләүҙе алырға хоҡуғы булған граждандар - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиация алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр. Быға тиклем уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.
Яңы закон үҙ көсөнә ингәндән һуң льготаға эйә булған һәр гражданға, уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн күпме аҡса түләгәнен иҫәпкә алып, өҫтәмә аҡса, йәғни ЕДК шәхсән билдәләнәсәк. Әле социаль хеҙмәттәр тарафынан ошо йүнәлештәге эш – иҫәпләүҙәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла.
Бында һәр кем шуны аңларға тейеш: компенсация күләме фәҡәт торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләнгән сығымға бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, әгәр кеше был маҡсатта бер тин дә аҡса сарыф итмәһә, тимәк, уға ЕДК түләнмәйәсәк. Түләүҙәрҙе билдәләгәндә ҡулланыу нормативтары һәм тораҡ майҙандың социаль нормалары ла иҫәпкә алынасаҡ.
Яңы талаптарға ярашлы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр буйынса бурыстары булғандарға компенсация түләнмәйәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был социаль түләү – торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымды ҡаплау өсөн бирелә.
ЕДК күләме хеҙмәттәрҙе күрһәтеүселәрҙән алынған түләү ҡағыҙы нигеҙендә иҫәпләнәсәк. Уның күләмен билдәләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн яҙылған сумма һәм льготниктың уны айҙың 10-на тиклем түләүе ҡараласаҡ (тимәк, август өсөн түләүҙе 10 сентябргә тиклем түләргә кәрәк).
Яңы талаптар буйынса ЕДК 28 авгусҡа тиклем иҫәпләнеп, сентябрь айында түләнәсәк. Был түләүҙәр кемгә тейеш – барыһы ла уларҙы аласаҡ.
Читайте нас: