Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда онлайн-режимда “Инвестиция сәғәте” үткәрҙе. Унда тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү мөмкинлектәре тикшерелде һәм сәнәғәттә, ауыл хужалығында ҡайһы бер проекттар раҫланды Быйылғы сентябрҙә Төркиәлә “Башҡортостан Республикаһының Конгресс-бюроһы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Стамбулдағы офисы асыласаҡ. Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева әйтеүенсә, эшлеклеләр делегацияһы ойошторола, төрөк хеҙмәттәштәр менән килешеүҙәр әҙерләнә.
– Был сәфәрҙең фәҡәт эшлекле булыуы үтә мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Турист сифатындағы чиновниктар беҙгә кәрәкмәй. Төрөк эшҡыуарҙары менән бәйләнеш тотҡан кешеләрҙе генә ебәрегеҙ. Беҙҙең офистың төп бурысы – Башҡортостан эшҡыуарҙарының Төркиәләге мәнфәғәттәрен күҙәтеү.