Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Август 2020, 10:58

Алдан түләү һәйбәтме?

Йыш ҡына банктан кредит алған кешеләр был бурысын алдан түләп бөтөрөргә тырыша. Сәбәбе аңлашыла,

Йыш ҡына банктан кредит алған кешеләр был бурысын алдан түләп бөтөрөргә тырыша. Сәбәбе аңлашыла, әлбиттә – проценттарҙа отаһың. Тик был ынтылыш һәр саҡта ла үҙен аҡлаймы?

Был осраҡта үҙаллы эш итеүҙең байтаҡ хаталарға һәм, иң мөһиме – сығымдарға алып килеүе ихтимал. Уға юл ҡуймау өсөн банк менән килешеү шарттарын тағы бер тапҡыр ентекләп ҡарап сығырға һәм бурысты алдан түләп бөтөүгә бәйле ҡануни акттар менән танышырға кәрәк.

Ипотека йәки автокредит алғанда һәр кемдең бурысты тиҙерәк ҡайтарырға тырышыуы логик яҡтан дөрөҫ. Әйткәндәй, кредитты алдан түләп бөтөү шар­ты һәр банкта ҡаралған. Күптән түгел бурысҡа алыусынан кредитты алдан түләп бөт­кән өсөн комиссия алыу ҡағи­ҙә­һе бар ине, ә ҡайһы бер банк­тарҙа бындай саҡта штраф түләтеү ҙә ҡулланылды. Әммә 2011 йылда был ҡағиҙ­ә­ләрҙе юҡҡа сығарҙылар. Хәҙер кредитты килешеүҙә ҡаралған ваҡыттан алдараҡ түләп бөтөргә ҡарар иткән клиент был турала банкты 30 көн алдараҡ иҫкәртергә бурыслы.

Кредит буйынса түләүҙең ике варианты бар – аннуитет һәм дифференциялы түләү. Тәүге осраҡта кредит алған кеше банкка даими бер үк сумманы түләп бара, уға бурыстың бер өлөшө һәм банк проценттары инә. Башта проценттарҙы түләйһең, килешеүҙәге ваҡыт­тың өстән бер өлөшө үткәс кенә төп бурысты ҡайтарыу башлана. Түләүҙең был төрө бурысҡа ҙур сумма алыу мөмкинлеге бирә. Дифференциялы булғанда бурыс өлөшләп түләнә, ә процент уның ҡалған, йәғни әлегә түләнмәгән суммаһына ҡарап билдәләнә. Шуға күрә айлыҡ түләү тәүҙә ҙур сумманан тора, артабан ул кәмей бара.

Кредитты алдан түләп бөтөү отошло, әлбиттә. Әммә алдан түләргә йыйынғандар йыш ҡына хаталарға юл ҡуя. Ҙур сумманы түләгәс тә, банк бар­лыҡ бурыс һәм процент­тарҙы дөрөҫ билдәләй тип уйлау үҙен һәр саҡта ла аҡламай. Әммә банктың, төп сумманы юҡҡа сығарғас та, тәүге сумманан билдәләнгән процентты ҡал­дырыуы бар. Һөҙөмтәлә ул арта барасаҡ. Айлыҡ бурысты тап ваҡытында ҡайтара алмаған хәлдә пеня билдәләнеүе һәм уның да киләсәктә аҡрынлап күбәйеүе ихтимал.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: