Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
13 Август 2020, 11:36

Олатаһынан күскән шөғөл

Ауылда эшен асып, ниндәйҙер шөғөлдө үҙ итеп йә иһә малсылыҡ, игенселек тармағына өҫтөнлөк биргән эшҡыуарҙар юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе – ҡортсолоҡ һәм ҡошсолоҡ тармағында эш башлаған йәш эшҡыуар Салауат Илембәтов.

Ауылда эшен асып, ниндәйҙер шөғөлдө үҙ итеп йә иһә малсылыҡ, игенселек тармағына өҫтөнлөк биргән эшҡыуарҙар юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе – ҡортсолоҡ һәм ҡошсолоҡ тармағында эш башлаған йәш эшҡыуар Салауат Илембәтов. Ул күптән түгел “Агростартап” программаһы буйынса ҡортсолоҡто үҫтереү йүнәлешендә дәүләттән 567 мең һум ярҙам алыуға өлгәшкән.

Салауат Камил улы был ярҙамды умарталарын ишәйтеүгә, яңы тоҡомло ҡорттар һатып алыуға тотонмаҡсы. Әле ҡортсоноң 40-ҡа яҡын умартаһы бар. Быйылғы ҡоролоҡ сәбәпле, әлегә улар йорт янындағы баҡсала ултыра.

– Быйыл нисек тә бар күстәрҙе һаҡлап ҡалырға ине. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, урмандар япраҡһыҙ ҡалды, йүкә хатта сәскә атып та өлгөрмәне, ҡарышлауыҡтар уны юҡ итергә лә өлгөрҙө. Беҙҙең ауыл умартасыларының төп бренды йүкә балы ине. Быйыл бал насарыраҡ булыр, ана бит бал ҡорттары тулыһынса эшләй алмағас, гөж киләләр, “боларалар”, – ти әңгәмәсем.
Салауат Камил улының ҡартатаһы Нәғимйән ауылда иң күп умарта тотҡан бик абруйлы ҡортсоларҙың береһе була. Ул вафат булғас, уның кәсебен улы Алмас Илембәтов дауам итә. Ағаһына ярҙамлашып, үҙе лә был кәсепкә ныҡлап тотоноп китә Салауат. Фатима ҡартәсәһе менән Нәғимйән ҡартатаһы ейәненә инселәп күс тә ултырта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юҡҡа сыға.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Салауат Камил улының тормош тәжрибәһе байтаҡ ҡына. Йәш егет Себер тарафтарында ла эшләп өлгөрә, бер нисә йыл ҡошсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Үҙе ҡаҙҙар үрсетеп, йомортҡа һалдыра һәм инкубаторҙа уларҙы үрсетә. 40 һәм 60 урынлыҡ себеш сығарыу ҡоролмалары бар. Бәпкәләрҙе үҫтереп, тәрбиәләп, уларҙы һуйып, Себер яҡтарына алып барып һата. “Хәҙер интернет заманында клиенттар табыу ауырлыҡ тыуҙырмай. Балды ла, ҡаҙҙарҙы ла интернет-магазин аша һатам, хәҙер шәхсән һатып алыусыларым бар. Үҙемде бар яҡлап үҫтерергә тырышам, төрлө йүнәлештә эшләп ҡарарға дәрт бар”, – ти йәш эшҡыуар.

Салауат Илембәтов ауылда йәш умартасыларҙың береһе иҫәпләнә, ә Ғәлиә Ибраһимова иң олоһо һанала. Инәйгә 92 йәш булыуға ҡарамаҫтан, һаман булһа бал ҡорто кеүек етеҙ эшләүен дауам итә, умарта тота.

Ғәлиә Ҡолдәүләт ҡыҙы 1928 йылда Оло Арыҫланғол ауылында тыуа. Өфө кооператив техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын Оло Әбеш ауылында башлай. Ошо ауыл егете, хисапсы булып эшләгән Ғәйнислам Ибраһимовҡа кейәүгә сыға. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы алты бала донъяға килә.

– Атайымдар ғүмер буйы ҡорт­солоҡ менән шөғөлләнде, ағайым да, ҡустыларым да умарта тотто. Шулар янында йөрөп, ярҙамлашып, үҙем дә ҡортсолоҡ менән булышып киттем. Умарта ултыртып, ҡорт үрсетә башланым. Ирем бал ҡорттары янына яҡын да килмәне, аллергияһы булды. “Ниңә ҡорттарыңды үҙең ҡарай­һың?” – тип кешеләр көлә торғайны. 50-се йылдарҙан алып умартасылыҡ менән шөғөлләнәм, оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, әле булһа уларҙы ташлай алмайым. Быйыл ғына һыйырым юҡ, уныһын да балалар көйгәс кенә тотондом, – тип йылмая инәй.

Ваҡытында Ғәлиә Ибраһимова үҙенең умарталарынан 25 феләк бал йыйып, шуның 12-һен хөкүмәткә тапшырыр булған. Уйлап ҡараһаң, ниндәй ҙур хеҙмәтте бер үҙе атҡарып сыҡҡан. Уныһы ла бит эш араһында, балаларҙы ла бағырға, донъяны ла көтөргә кәрәк. “Ул ваҡытта балдың тәме лә, еҫе лә икенсерәк була торғайны. Хәҙер бал ҡорттары ла, бал да үҙгәреп китте, тормош үҙгәргәндә, уларға ни әйтәһең?!” – ти әңгәмәсем.

Ауылдың иң оло умартасыһының йорто янында әле унға яҡын умарта ултыртылған. Балаларға берәр банка бүлеп, үҙемә етәрлек бал йыя алһалар, ҡалғаны ҡорттарға ҡышҡылыҡҡа булыр ине, тип борсола инәй. Ни тиһәң дә, нәҙекәй билдәр өсөн дә ауыр килә быйылғы йыл.

Ауыл ағинәйе илле йәшенән намаҙға баҫҡан, “Ҡөрьән Кәрим”де уҡый, аяттар бағышлай. Район, төбәк-ара “Оҙон көй”, мөнәжәтселәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ауылдаштары Ғәлиә Ҡолдәүләт ҡыҙын шулай уҡ ҡот ҡойоусы булараҡ та яҡшы белә, үҙҙәрен насар тойоусылар, араҡыны ташлай алмаусылар ҙа инәйгә ышанып килә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең нәҙекәйбилдәре кеүек, һәр саҡ хәрәкәттә булған инәйгә һис кенә лә үҙ йәшен биреп булмай. Донъяһы ялт итеп тора, ихата тулы – сәскәләр.
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: