Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Июль 2020, 10:50

Республиканың 16 районында ураҡ кампанияһы башланды

Хәйбулла районы эшсәндәре лә тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштө

Республиканың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн яуаплы осор башланды - 16 райондың хужалыҡтары ураҡ кампанияһына старт бирҙе.
Әлеге мәлгә йәмғеһе алты мең гектар майҙанда ужым бойҙайы, арыш һәм тритикале сабылған. Уртаса уңыш гектарынан 27,2 центнер тәшкил итә. Келәттәргә алты мең тонна яңы уңыш һалынған да инде. 600 тонна борсаҡ йыйылған.
Ураҡ эштәре Көйөргәҙе районында әүҙем бара. Бында 2,8 мең тонна ужым бойҙайы, 1,3 мең тонна арыш йыйғандар. Шулай уҡ борсаҡтың да уңышы һәйбәт.
Хәйбулла районы эшсәндәре лә тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төштө. Эҫе көндәр арҡаһында бында ужым шипкәне ике аҙнаға алдараҡ өлгөргән. Мәҫәлән, Юрий Погореловтың хужалығында был культура һәйбәт уңыш биргән – 50 мең тонна шипкән орлоғо алыуға өлгәшкәндәр.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: