“Эйе, бармаһаң да ярай”, тип аңлаттылар республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында. Тик уның шарттары бар.
Башҡортостанда бына икенсе аҙна ғәҙәттән тыш эҫелек тора, томранан күптәр ыҙалана, халыҡ ямғыр яуғанын, көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтҡанын көтә. Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр һәм нормалар буйынса, хеҙмәт урынында һауа температураһы 28,5 градус йылылыҡ тәшкил итһә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартылырға тейеш. 29 градусҡа тиклем күтәрелһә – ике сәғәткә, әгәр термометр 30,5 градусты күрһәтһә, ул дүрт сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Биналағы температура 30,5 градустан да артһа, был хәл сәләмәтлек өсөн хәүеф тыуҙырһа, кешенең эшкә сыҡмаҫҡа йәки ҡайтып китергә хоҡуғы бар. Был осраҡта эш биреүсе хеҙмәткәренә ул эштә булмаған осор өсөн дә түләргә мәжбүр (кәм тигәндә, уртаса эш хаҡының өстән ике өлөшө күләмендә). Әлбиттә, иң яҡшыһы - хеҙмәт урынында уңайлы шарттар тыуҙырыу.