Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Июль 2020, 23:14

“Трактор” операцияһы башланды

Операция барышында техниканың төҙөклөгөнә, машиналарға идара итеү тәртибен үтәүгә айырым иғтибар бирелә.

Башҡортостан Хөкүмәте бойроғона ярашлы, 13 июлдә республикала “Трактор” тигән шартлы исем аҫтында үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы башланды.
“Трактор” операцияһының маҡсаты – тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарҙы, шулай уҡ уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда кешеләрҙең һәм мөлкәттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Операцияны үткәргәндә ошондай техниканың төҙөклөгөнә, машиналарға идара итеү тәртибен үтәүгә айырым иғтибар бирелә.
Фото: control-technical.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: