Башҡортостан аграрийҙары бесән әҙерләүҙе тамамлау өҫтөндә. Бөгөнгә 367 мең гектарҙа күп йыллыҡ үлән сабылған, был бөтә майҙандарҙың 82 процентын тәшкил итә.
Былтыр ошо көнгә әлеге күрһәткес 260 мең гектар булған. Һандарҙағы айырма һауа торошона бәйле. Әле республикала эҫе һәм ҡоро һауа торошо бесәнде тиҙерәк киптереп алыуға булышлыҡ итә.
Бесән әҙерләүҙә Хәйбулла, Дүртөйлө, Ҡыйғы, Борай райондары аграрийҙары алдынғылыҡты бирмәй, уларҙа 10-16 мең гектарҙан ашыу майҙанда күп йыллыҡ үлән сабылған.
Бөгөнгә республикала 472 мең тонна бесән йыйылған, 858 мең тонна сенаж һалынған. Һәр шартлы баш малға 11,7 центнер аҙыҡ әҙерләнгән.
Фото: республика Ауыл хужалығы министрлығы.