Хәйбулла хәбәрҙәре
-1 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Июль 2020, 16:58
Дәүләт тәүге иғәнәгә етерлек аҡса тупларға ярҙам итә
Иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе – “Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау” программаһы.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Бөгөн республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау системаһында ҡатнашҡан граждандарға дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тикшерелде. Ултырышты беренсе вице-премьер Андрей Назаров алып барҙы.
Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә ул мөһим сара тураһында яҙып сыҡты.
“Бөгөн Президиум ултырышында республика халҡы өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ. Иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе – “Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау” программаһы. Уның асылы шунда: дәүләт кешеләргә торлаҡ һатып алыу өсөн тәүге иғәнәгә етерлек аҡса тупларға ярҙам итә. Кеше банкка килеп, иҫәпкә биш мең һум аҡса һала һәм ошо программаға ҡушылырға теләк белдерә. Артабан өс йылдан алты йылға тиклем ай һайын был сумманы иҫәпкә күсерә. Тәғәйен ваҡыт үтеү менән дәүләт йыйылған аҡсаға уның 30 проценты күләмендә бонус өҫтәй. Ошо рәүешле фатир һатып алыу өсөн беренсе иғәнәне түләрлек аҡса йыйыла, өҫтәүенә торлаҡ һатып алыуға йылына 5,5-7 процент ставка менән кредит бирелә.
Әлегә программа Һаҡлыҡ банкында һәм “Уралсиб”та тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, беҙ уны яңыртырға ҡарар иттек...” – тип яҙҙы Андрей Назаров.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/D-l-t-t-ge-i-n-g-eterlek-a-sa-tuplar-a-yar-am-it-356935/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы