Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Июнь 2020, 11:04

Мәскәү һәм Башҡортостан – бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам күрһәтеү өсөн алған федераль аҡса күләме буйынса лидер

*

2019 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа федераль ярҙам күләме өс тапҡырға артып, 992 миллион һумға еткән, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан, Мәскәүҙән тыш, илдең ошондай әһәмиәтле федераль аҡса алған берҙән-бер төбәге.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам буйынса милли проектты тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләгәндә, Римма Бойцова быйыл аҡса индустриаль парктарҙы үҫтереүгә, эшмәкәрлектең социаль әһәмиәтле төрҙәре менән шөғөлләнгәндәргә, шулай уҡ «Минең бизнесым» консультация үҙәктәрен ойоштороуға йүнәлтелеүен билдәләне.
Әйтәйек, 2020 йылда ғына Салауатта, Октябрьскийҙа һәм Сибайҙа эшҡыуарҙар өсөн өс яңы үҙәк булдырыу планлаштырылған.
Читайте нас: