Өфөлә «Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара урбанистика форумы башланды. «Төбәкте үҫтереү өсөн глобаль туризм технологиялары» панель секцияһында төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән спикерҙар сығыш яһай.
Мәскәү ҡалаһының Туризм буйынса комитеты рәйесе Екатерина Проничева, видеобәйләнеш аша сығыш яһап, Башҡортостанда туристарҙы йәлеп итеү нөктәләрен билдәләне.
«Башҡортостан менән таныштыра алған объекттар: Һабантуй – ул Башҡортостан өсөн генә байрам түгел, беҙ уны Мәскәүҙә лә киң билдәләйбеҙ. Башҡорт халыҡ уйын ҡоралы думбыраны эшләү технологияһы. Ҡымыҙ –Башҡортостан өсөн генә хас түгел, ул байтаҡ төбәктәрҙең мәҙәни аш-һыу традицияларын берләштерә. «Урал батыр» эпосы».
Бөтә донъянан туристар йәлеп итеү өсөн һәр төбәктәге мәҙәни үҙенсәлектәрҙе, хазиналарҙы бик һәйбәт аңларға кәрәк, тип билдәләне спикер. Матди булмаған мәҙәни мираҫ сит ил туристарынан тыш, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре туристары өсөн дә мөһим йәлеп итеү нөктәһе булыуы мөмкин.
«Киләсәк биләмәһе.Евразия йөрәгенән ҡараш» урбанистика форумы – Рәсәйҙә коронавирус таралыуға бәйле сикләүҙәрҙе йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Ҡала киңлектәренең коронавирустан һуң ысынбарлыҡтың яңы контурҙарын һәм биләмәләр менән дәүләт идара итеүендә трендтар тураһында фекер алышыу өсөн Өфөгә власть, бизнес вәкилдәре, потенциаль инвесторҙар килде. Форум 50-нән ашыу билдәле спикерҙы – Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен йыйҙы.