Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
15 Июнь 2020, 16:11

Республикала шифаханалар, мәктәп лагерҙары һәм спорт секциялары эшләй башлай

*

Башҡортостанда 29 июндән — шифаханаларға, ял йорттарына, спорт секцияларына, 1 июлдән — ҡала ситендәге мәктәп лагерҙарына, 3 июлдән мәктәп лагерҙарына эшләргә рөхсәт ителә. Республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо турала иғлан итте. Ләкин Роспотребнадзорҙың ҡаты талаптарын үтәгәндә генә эшләргә мөмкин. «Ҡайҙа улар үтәлмәй – шул учреждениелар ябыла», — тип иҫкәртте ул. Талаптар иҫәбендә — лагер хеҙмәткәрҙәрен медицина тикшереүе, бөтәһе 10 меңдән ашыу анализ эшләргә тура киләсәк.
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: