Көндәлек мониторинг мәғлүмәттәренә ярашлы, 14 июнгә Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән һәм унда теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 4,2 тапҡырға артып, 76 мең кешенән ашҡан.
«Ағиҙел, Межгорье, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Шишмә, Кушнаренко, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондарында теркәлгән эшһеҙлек кимәле юғары, — тип өҫтәне Ленара Иванова. — Был насар ҙа, һәйбәт тә түгел, тип әйткем килә. Был — фактты билдәләп үтеү. Кешеләр мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә, сөнки эшһеҙлек пособиеһы ярайһы юғары, дәүләт тә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә башланы».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда әле 81,5 мең кеше — өйҙән, 16 мең самаһы кеше тулы булмаған эш көнө режимында эшләй, 23 мең хеҙмәткәр эшләмәй.