Әлеге ваҡытта эш биреүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәшғүллек хеҙмәтенең Интерактив порталында вакансиялар банкы аша 16 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итә. Төҙөлөш өлкәһендә, агросәнәғәт комплексында һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡта һорау ҙур. Башлыса эшсе һөнәрҙәр талап ителә. Был хаҡта республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова уҙғарған брифингта белдерелде.
Шуның менән бергә кризис күренештәре арҡаһында Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙлек арта. Бөгөнгә ул 67 мең кеше тәшкил итә, йыл башынан эшһеҙҙәр һаны 3,7 тапҡырға күбәйгән. Ленара Иванова билдәләүенсә, бының сәбәптәре күп, пандемия ғына түгел.
«Сервистар һәм регламенттар шәп үҙгәрә, түләүҙәр тәғәйенләү тураһында ҡарарҙар бығаса булмағанса тиҙ ҡабул ителә, — тип белдерҙе Ленара Иванова. — Теркәлгән эшһеҙлек кимәленең артыуы хәҙер өйҙән сыҡмайынса иҫәпкә баҫырға мөмкин булыуына ла бәйле. Эшһеҙлек буйынса минималь пособие күләмен арттырыу тураһында ҡарар — беҙҙең республикала 5175 һум — шулай уҡ мөһим уйнай, сөнки был пандемияға бәйле эшен юғалтҡандарға түгел, ә оҙаҡ эшләмәгән граждандарға ҡағыла».