Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
27 Май 2020, 16:32

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы — 36 мең һум

*

2020 йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 880 һум тәшкил итте, тип белдерҙе республика статистиктары.
Әйтәйек, ғинуарҙа ул 35 573 һум булһа, мартта иһә 36 571 һумдан ашҡан.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың беренсе кварталында республикала уртаса номиналь иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы 2019 йылдың ғинуар-марты менән сағыштырғанда 6,8 процентҡа артҡан. Реаль иҫәпләнгән эш хаҡы 4,2 процентҡа күтәрелгән.
Читайте нас: