Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Май 2020, 20:02

Августан тупланма пенсиялар арттырыла

/

1 августан Рәсәйҙә тупланма пенсиялар 9,13% арттырыла, тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Рәсәй Пенсия фондына һылтанма менән.
Яңынан иҫәпләү 80 мең кешегә ҡағыла. Бының өсөн бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Августан пенсия тупланмаларын берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусыларҙың да 7,99% арта. Хәҙер 32 мең пенсионерға ошондай пенсия түләнә.
Әлеге ваҡытта тупланма пенсияның уртаса күләме айына 956 һум тәшкил итә. Берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусыларға пенсия түләүенең уртаса күләме — 1705 һум.
Пенсияның ике төрө лә ҡатын-ҡыҙҙарға – 55 йәштән, ир-егеттәргә 60 йәштән йә иһә ваҡытынан алда хаҡлы ялған сыҡҡан осраҡта иртәрәк тәғәйенләнә.
Түләүҙәрҙе арттырыу өсөн бөтәһе 1,87 миллиард һум кәрәк, тип йомғаҡ яһанылар Рәсәй Пенсия фондында.
http://www.bashinform.ru/bash/1454701/
Читайте нас: