Быйыл ун өсөнсө йыл инде Хәйбулла районы 1-се Мырҙа ауылынан Лидия менән Фаил Ниғәмәтовтар теплицала ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә. Тирә-яҡ тик йәшеллеккә күмелә генә башлағанда уңғандарҙың хужалығында ҡыяр өлгөрә лә инде. Быйыл да мул уңыш үҫтермәкселәр. Ҡыярҙарҙы Ниғәмәтовтар Өфө, Петропавловский, Первомайский ауылдарына алып барып һаталар.