Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
11 Май 2020, 18:52

Ҡайһы ойошма ҡасан эшләй башлар?

*

“Роспотребнадзор” коронавирусҡа бәйле илдә индерелгән сикләү сараларын бөтөрөү буйынса эштәрҙең өс этапта алып барыласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Рәсәйҙең һәр төбәге шул тәртипкә таяна һәм ойошмаларға эшләргә рөхсәт биреү датаһын үҙаллы билдәләй.

Әлеге күрһәтмәләргә ярашлы, беренсе этапта ҙур булмаған кейем-һалым һәм аяҡ кейеме магазиндары асыласаҡ, тип хәбәр итә ТАСС, Роспотребнадзор вәкиле Татьяна Руженцованың белдереүенә һылтанып. Сауҙа нөктәһенең майҙаны 400 квадрат метрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Шулай уҡ әлеге этапта матурлыҡ салондары, ательелар, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүсе предприятиелар эш башлаясаҡ.
Икенсе этапта балалар баҡсалары асыла, ә мәктәптәргә һәм уҡыу йорттарына бары тик өсөнсө этапта ғына эш башларға рөхсәт итәсәктәр. Театрҙар, музейҙар, бассейндар һәм спорт залдары ла өсөнсө этапҡа ҡалдырыла.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: