7 майҙа коронавирус буйынса оператив штаб ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әлегә сауҙа үҙәктәре асылмай тип белдерҙе.
«Әлегә сауҙа үҙәктәрен асмауҙы һорайым. Хәҙер сауҙа үҙәктәрендә аҙыҡ-түлек магазиндары һәм беҙ билдәләгән ойошмалар ғына эшләй. Әлегә шулай ҡалһын», — тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе Башҡортостан хөкүмәтенә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҙур сауҙа-күңел асыу комплекстарын асыу 1 июнгә тәғәйенләнгән. Сауҙа үҙәктәре буйынса ныҡлы ҡарар 12 майҙа билдәле була.