Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Март 2020, 01:02

Район делегацияһы агрофорум эшендә ҡатнашты

Өфөлә агрофорум һәм 30-сы “Агрокомплекс” күргәҙмәһе эш башланы.//

Өфөлә агрофорум һәм 30-сы “Агрокомплекс” күргәҙмәһе эш башланы. Уны асыу тантанаһында республика башлығы Радий Хәбиров, “Росагролизинг” йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов, БР ауыл хужалығы министры-- Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Илшат Фәйзрахманов ҡатнашты.
--Башҡортостан алдынғы аграр төбәктәр иҫәбендә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, форум майҙансығында ҡатнашыусылар һаны күп ине. Был үҙ-ара аралашыу һәм иң яҡшы тармаҡ практикаһы менән уртаҡлашыу өсөн яҡшы мөмкинлек, --тине Радий Хәбиров.
Павел Косов форумда ҡатнашыусыларҙы Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев исеменән тәбрикләне.Ул бына 30 йыл инде “Агрокомплекс”тың заманса технологиялар демонстрациялау, төбәк-ара, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, алдынғы тәжрибә уртаҡлашыу өсөн заманса майҙансыҡ булыуын билдәләне.
Шул уҡ ваҡытта ил етәкселеге тарафынан тармаҡ алдына ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйләнгән. Ауыл хужалығы производствоһы күләмен арттырырға, логистик системаны камиллаштырырға, яңы һатыу баҙарҙары асырға, яңы технологиялар индереү темпын арттырырға кәрәк.
Радий Хәбиров Калтасы районында беренсе сираттағы һөтсөлөк фермаһын асыуҙа ҡатнашты. Тантана телекүпер режимында тура бәйләнештә үтте.
Рәсми өлөш Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Росагролизинг” йәмғиәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Был документ республика аграр сектор предприятиеларын заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу, ауыл хужалығы паркын яңыртыу һәм модернизациялау йәһәтенән бик мөһим.
Күргәҙмә һәм агрофорум 20 мартҡа тиклем эшләй.
Читайте нас: