Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Март 2020, 01:22

Күрәләтә ялған хәбәрҙәргә ышанмайыҡ!

Республика Башлығы Радий Хәбиров республикаға короновирус инфекцияһын индереү һәм таратыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында халыҡты ҡуҙғытҡан ялған яңылыҡтарға тағы ла берҙе айырым туҡталды //

Етәксе белдереүенсә, әле улар ғауға ҡуптарыу менән генә сикләнмәй, ә дошмандарса мәғлүмәт һөжүме алып бара.
– Әле фейк яңылыҡтар ике ағым менән килә. Тәбиғи юл – ҡайһы бер юҡ-барҙы һөйләгән һәм хәлдең айышына төшөнмәгән кешеләр тарафынан. Шулай уҡ маҡсатлы рәүештә мәғлүмәт таратыусылар ҙа бар. Маҡсат аңлашыла – хәлде тотороҡһоҙландырыу, халыҡты ил һәм власҡа ҡаршы ҡуйыу. Беҙҙең маҡсат – ялған һәм халыҡты ҡуҙғытҡан хәбәрҙәрҙе кире ҡағып, мәғлүмәт мөхитен ыңғай яңылыҡтар менән тултырыу. Яҡынлашҡан хәүефкә тыныс ҡарайбыҙ, тормош алға бара, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.
“Башинформ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов ялған мәғлүмәттәрҙең социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша таралыуы хаҡында һөйләне.
– Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә бындай эшмәкәрлек өсөн ҡулға алынған кешеләр бар инде. Бөгөн яңы “инфодемия” термины көнүҙәк – күрәләтә ялған хәбәр таратыу эпидемияһы, – тине ул.
Ростислав Мырҙағолов киң мәғлүмәт сараларын һәм халыҡты тик федераль һәм республика оператив штабтарының, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының рәсми мәғлүмәттәренә генә таянырға саҡырҙы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: